Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Экология йылы сиктәрендә республиканың Урмансылар паркында шәмбе өмәһендә ҡатнашты.Төбәк етәксеһе коллегалары менән бергә биләмәне таҙартты һәм зәңгәр шыршы үҫентеләрен ултыртты. Һуңынан Рөстәм Хәмитов төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәрҙе тикшерҙе, ял итеү, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын ҡараны.
2014 йылда республика етәксеһенең башланғысы буйынса Өфөләге Урмансылар паркы тәртипкә килтерелде. Төҙөкләндереү сиктәрендә ут үткәрелде, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн туғыҙ саҡрым оҙонлоҡта һуҡмаҡ һалынды, яңы эскәмйәләр ҡуйылды, видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылды. Ял итеү зонаһында пикник өсөн майҙансыҡ, автопарковка, спорт һәм балалар майҙансыҡтары эшләй. Вольерҙарҙа айыу, төлкө, ҡыр сусҡаһы, һеләүһен һәм башҡа йәнлектәр йәшәй. Шулай уҡ бында Урман музейы урынлашҡан, ул Өфө урман хужалығына ҡарай.