Дөрөҫөн әйт!26.05.2017
Әлфиәнең класташ малайҙары тәнәфес ваҡытында “ҡылыслы” уйнарға ярата. Тал сыбығы йә булмаһа берәй таяҡты ҡорал итеп тоталар ҙа шартына килтереп уйнай башлайҙар: әйтерһең дә, ысын ҡылыстар сыңлай. Кем иптәшенә беренсе булып төртә ала, шул еңеүсе була.
Ситтән күҙәтеп тороу ҙа бик мәрәкә. Тик бына уҡытыусылар, малайҙарҙың хәүефһеҙлеген уйлаптыр инде, был уйынды тыя. Әлфиәләрҙең класс етәксеһе Тәнзилә апай ҙа уларға ҡәтғи киҫәтеү яһаны, әгәр ҙә үҙе күрмәгәндә уйнайҙар икән, ҡыҙҙарға килеп әйтергә ҡушты.
Бер көн шулай Әлфиә тәнәфес ваҡытында тәҙрә ҡаршыһына килеп урам­ға баҡты: йә инде, ҡыҙыҡ уйынды тыйып була торғандыр шул, малайҙар рәхәтлә­неп көс һынаша. Уҡытыусыһының һүҙҙәре “ҡылт” итеп иҫенә төшкән ҡыҙ ҡағыҙға “Әлфәт, Фәнүс, Әүхәт, Азат “ҡылыслы” уйнайҙар” тип яҙып ҡуйҙы…
Дәрескә инергә ҡыңғырау шылтыраны. Әлфиәнең тиҫтерҙәрен ошаҡлап йөрөгөһө килмәне: ана бит нисек шатланып бүлмәгә килеп инделәр, береһе лә йәрәхәтлән­мәгән, уйнаһындар әйҙә.
Ҡыҙ был хәлде онотҡан да ине, тик бер көн нәҡ класс етәксеһенең дәресе ваҡытында китап эсенән теге ярты бит ҡағыҙ килеп сыҡты. Әлфиәнең уны ҡулында әйләндергәнен күреп ҡалған уҡытыусы килеп ҡағыҙҙы алды ла уны ҡысҡырып уҡыны һәм исемдәре яҙылған малайҙарҙы таҡта янына сығарып баҫтырҙы. Тегеләре Әлфиә яғына асыулы ҡараш ташланы, “беҙ уйнаманыҡ” тип аҡланды.
Әлфиә лә: “Мин быны инде күптән яҙғайным”, – тип тороп баҫты. Тик шул ваҡыт, әллә класташына үс итеп, әллә уҡытыусыға ярамһаҡланып, Дилә һикереп торҙо ла: “Мин күрҙем, ул әле генә яҙҙы”, – тип әйтеп һалмаһынмы!
Әлфиәнең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте: бына һиңә кәрәк булһа! Ниңә алдай икән ул? Алдашыуҙың насар ғәҙәт икәнен белә бит инде?! Бына тағы башлана инде: “Уҡытыусы ҡыҙы ундай ҡылыҡтар яһарға тейеш түгел, әсәйеңдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерәһең…” Былай ҙа бит тиҫтерҙәре рәхәтләнеп һикергәндә, уйнағанда тыйнаҡ булып ҡалырға тырыша, сөнки башҡаларға ярай, уға – юҡ, сөнки ул – уҡытыусы балаһы!
Ҡыҙыҡай утлы ҡарашын Диләгә төбәне: ә-ә-ә, әҙерәк шөрләй икән үҙе, ҡалтыранып киткәндәй булды, шулай ҙа дөрөҫөн әйтмәне.
Әлфиәгә класта ышанманылар. Ярай әле әсәһе аңланы. Тормошта беренсе тапҡыр ғәҙелһеҙлек менән осрашҡан ҡыҙын ныҡ булырға өйрәтте. “Бөгөн кисергән тойғоларыңды онотма, һинең ялғанлауың арҡаһында башҡаларға шулай уҡ ауыр булмаһын, һәр ваҡыт дөрөҫөн генә һөйлә”, – тине ул.



Вернуться назад