“Урал барыҫ”тары тауға үрләйәсәк26.05.2017
Урыҫ география йәмғиәтенең һәм “Рәсәй ҡотҡарыусылар союзы” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәләре менән Башҡортостандың Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте “Урал барыҫы” проектының башланыуын иғлан итте.
Сара туризмды, халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, унда 18 йәше тулған һәм физик әҙерлеге булған һәр кеше лә ҡатнаша ала. Төркөмдәрҙең туризм өсөн кәрәк-ярағы, махсус кейемдәре булырға тейеш. Унан тыш тағы ла ҡасан һәм ҡайһы яҡҡа юлланыуын, ҡайтыу ваҡытын Башҡортостандың Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк.
Проектҡа айырым туҡталғанда, ул ике этаптан тора. Береһе – Көньяҡ Уралдың ете түбәһенә менеү, икенсеһе – махсус маршруттарҙы үтеү. Һөҙөмтәләр буйынса ҡатнашыусыларға “7 түбә” жетондары һәм “Урал барыҫтары” билдәләре биреләсәк.