Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге ҡануниәтте тормошҡа ашырыуҙың барышы тураһында” парламент тыңлауҙары үтте. Теманың мөһимлеге күптән түгел “Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһындағы” Федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә бәйле ине. Уға ярашлы, сүп-сар менән эш итеү ҡағиҙәһе үҙгәрҙе. Ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, зарарһыҙландырыу, утилләштереү һәм юҡ итеү кеүек бурыстар Рәсәйҙең субъекттары ҡарамағына күсте. Шул законға бәйле, хәҙер республика алдында яңы мәсьәләләр тора.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев:
– Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, зарарһыҙландырыу, утилләштереү – мөһим стратегик мәсьәлә. Сүп-сарҙы кем ҡайҙа һәм нисек теләй, шулай ырғытыуын барыбыҙ ҙа күреп торабыҙ. Шул сәбәпле юл буйҙарында, урман тирәләрендә һәм башҡа урындарҙа ҡый өйөмдәре барлыҡҡа килә. Сүплектәр меңәрләгән гектар урынды биләй. Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә беҙ байтаҡ ҡына алға киткән илдәрҙән артта ҡалабыҙ. Был өлкәләге проблемалар “һә” тигәнсә генә хәл ителмәҫ. Федераль өлкәлә ошо йүнәлештә байтаҡ маҡсаттар билдәләнгән. Дәүләт Йыйылышының бурысы – вәкәләтебеҙгә ҡағылышлыларын тормошҡа ашырыу буйынса йылдам эшләргә, – тине.