Донъя командаларының берәйһе килерме?26.05.2017
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Өфө” футбол клубының спорт объекттарында булды. “Нефтсе” стадионында төбәк етәксеһе тейешле инфраструктура булдырыу буйынса эш һөҙөмтәләре менән танышты.
– Уҙған миҙгел дауамында фитнес-үҙәк һәм кафе биналары үҙгәртеп ҡоролған һәм йүнәтелгән, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған, – тине “Өфө” футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизов. – Быйыл 1 апрелдә “Нефть” фитнес-клубы асылды, унда шәхси күнекмәләр һәм төркөм программалары өсөн залдар ҡаралған, сайкл, кросс-тренинг, күнекмә залдары, массаж бүлмәһе бар.
Рөстәм Хәмитов үҙәктең бүлмәләрен ҡараны, кафела хаҡтар һәм аҙыҡ-түлектең сифаты менән ҡыҙыҡһынды.
Яңыртыуға мохтаж инфраструктура объекттары иҫәбендә – физкультура-һауыҡтырыу бинаһы. Әлеге ваҡытта унда спорт һәм тренажерҙар, атлетика гимнастикаһы залдары эшләй. Шамил Ғәзизов әйтеүенсә, хәҙер физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт майҙансыҡтарын яңыртыу һәм киңәйтеү хаҡында мәсьәлә ҡарала, ул бында яңы, шул иҫәптән балалар өсөн секциялар асырға, шөғөлләнергә килгәндәрҙең һанын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ “Өфө” футбол клубының уҡыу-күнекмә базаһын ҡараны. Унда футбол буйынса Рәсәйҙә донъя чемпионатын уҙғарыуға әҙерлек сиктәрендә яңыртыу эштәре бара. Киләһе йылда базаның чемпионатта ҡатнашҡан командаларҙың береһе өсөн күнекмә майҙансығына әйләнеүе мөмкин.