23 майҙан 2 июнгә тиклем баш ҡалабыҙҙың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XXI халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале уҙасаҡ. 1993 йылдан алып инде 21-се тапҡыр уҙғарылған бейеү тамашаһы, хәҙер инде иң эре балет форумы булараҡ, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәлелек яуланы. Әйткәндәй, быйылғы фестиваль СССР-ҙың халыҡ артисы, СССР-ҙың дәүләт һәм Ленин премиялары лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы Юрий Григоровичтың 90 йәшлек юбилейына арнала.
Фестиваль сиктәрендә донъяуи премьералар күрһәтеләсәк. Мәҫәлән, Париж операһынан, Сан-Франциско балетынан, Словакия милли театрынан, Рәсәйҙең Ҙур, “Кремль балеты”, Санкт-Петербургтың Михайловский исемендәге опера һәм балет, Юрий Григоровичтың Краснодарҙағы Балет, Екатеринбург һәм Силәбе ҡалалары театрҙарынан балет труппалары солистары алты сәхнә әҫәре менән ҡыуандырмаҡсы. Йылдан-йыл популярлаша барған фестивалде быйыл Лондондың “The Times” журналы ла яҡтыртасаҡ.
Фестивалде асыу тантанаһында Рудольф Нуриевтың беренсе уйнаған әҫәре – “Торналар йыры” милли балеты ҡуйыласаҡ.