Өфөлә онкологтарҙың съезы уҙасаҡ24.05.2017
14 – 16 июндә баш ҡалабыҙҙа Рәсәй онкологтарының IX съезы уҙасаҡ. Сара дүрт йылға бер генә уҙғарыла һәм онкология өлкәһендә иң ҙур ғилми ваҡиғанан һанала.
Съезд сиктәрендә онкологтар халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеүҙе ойоштороу һәм финанслауға ҡағылышлы һорауҙарҙы күтәрәсәк. Йәнә белем биреү программаларына, дарыуҙар менән тәьмин итеүгә лә ҡағыласаҡтар. Ә сарала ҡараласаҡ иң төп тема – онкология ауырыуҙары менән көрәшеү буйынса милли стратегия булдырыу.


Вернуться назад