Хакимиәт эшмәкәрлеген Интернет аша баһала24.05.2017
Башҡортостанда йәшәгән һәр кем ҡала һәм район хакимиәттәренең, хөкүмәт һәм муниципалитет учреждениеларының эшмәкәрлеген онлайн режимда баһалай ала.
Тауыш биреү “Башҡортостан Республикаһының тауышы” сайтында бара һәм ул 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. Бының өсөн https://golos.openrepublic.ru/polls/39/ һылтанмаһына инеп теркәлергә кәрәк, шунан һуң баһаңды ҡалдырып була.
Сара Рәсәй Президентының һәм Башҡортостан Башлығының Указдарын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Артабан иһә был фекерҙәр транспортты хеҙмәтләндереү, юлдарҙы төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенең эшмәкәрлеген тикшергәндә күҙ уңында тотоласаҡ.