Ҡырғыҙстандың Мәҙәниәт көндәре – Башҡортостанда24.05.2017
Өфөгә эшлекле сәфәр менән Ҡырғыҙстан Республикаһының Мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министрлығы вәкилдәре – Дамир Алышбаев менән Наҙгөл Оморҙаҡова килде.
Мәҙәниәт министры урынбаҫары Валентина Латыпова менән осрашыу ваҡытында улар Башҡортостанда Ҡырғыҙстандың Мәҙәниәт көндәрен үткәреү һәм уға әҙерлек тураһында һүҙ алып барҙы. Сараны июнь аҙаҡтарында үткәрергә һөйләштеләр.
Ҡунаҡтар республикабыҙҙың Милли, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейҙарында, “Башҡортостан” концерт залында, “Родина” кинотеатрында булды.


Вернуться назад