Мәғдән табыла ятҡылыҡтарҙа...23.05.2017
Ҡасандыр гөрләп эшләгән, аҙаҡ ябылып ҡуйған Семеновск руднигы бөгөн яңы һулыш кисерә. Төбәкте иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаһына ярашлы, инвесторҙар йәлеп ителә һәм “Семеновск руднигы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан Көнсығыш-Семеновск ятҡылығын үҙләштереү һәм байыҡтырыу фабрикаһын төҙөү буйынса эш башлана. Былтыр рудник эҙләнеү, тикшереү һәм әҙерлек эштәре алып бара. Сентябрь айынан предприятиеның эше тергеҙелеп, һигеҙ мең тоннанан ашыу мәғдән сығарыла. Унда хәҙер 50-нән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Халыҡты эшкә көн һайын автобус алып бара, алып ҡайта.
Предприятие, яңы ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү менән бер рәттән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында асылып, аҙаҡ ташланған Йолалы, Түбә Ҡайын ятҡылыҡтарын заманса технологиялар ярҙамында ҡайтанан эшкәртергә йыйына. Был рентабелле эшләү мөмкинлеге бирәсәк. Әле Көньяҡ һәм Төньяҡ карьерҙарында эш ҡайнай, уларҙың тәрәнлеге 50 метрға еткерелгән.
Химия лабораторияһы – предприятиеның иң яуаплы звеноһы. Тап ошонда концентраттың составын тикшерәләр, төрлө иретмәләргә химик анализ яһала. Бигерәк тә һыуҙың сифатына иғтибар ҙур. Көндәлек табылған мәғдәндән баҡыр һәм цинк концентратына пробалар алына, ошо анализ һөҙөмтәләре ярҙамында артабанғы эш планы раҫлана. 2019 йылда сафҡа инәсәк фабриканың флотация бүлеге минералдарҙы айырыу, руданы байыҡтырыу менән шөғөлләнәсәк.
Төрлө һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар аша үтеп, яңынан асылған предприятие киләсәктә тулы ҡеүәтенә эшләр, ҡасандыр илгә таралған данын ҡайтарыр тигән ышаныста ҡалайыҡ.


Вернуться назад