Күрәҙәселәр ҙә һалым түләйәсәк23.05.2017
Ҡара көстәрҙе ҡулланған өсөн дә хәҙер һалым түләтергә йыйыналар. Унан алда, әлбиттә, был эште рәсмиләштереү тәртибе ҡараласаҡ.
Үткән йыл күрәҙәселек хеҙмәтендә ике миллиард һум аҡса әйләнештә йөрөгән. Шуны күреп, хәҙер закон сығарыусылар ҡаҙнаны тултырыу яғын ҡарай. Бының өсөн ошондай ысул тәҡдим ителә: “тылсымсылар”, шәхси эшҡыуар булып, касса аппараттары алып, кешеләрҙе талон буйынса ҡабул итергә тейеш. Тик бына һорау: лицензияны кемгә бирергә, ә кемгә – юҡ?
Ошо идеяның авторы, Ленинград өлкәһенән депутат Владимир Петров белдереүенсә, барлыҡ күрәҙәселәрҙе лә классификациялап, “Росстат” реестрына индерергә һәм уларҙан да һалым йыя башларға кәрәк. Ә лицензияһы булмағандар үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә алмаясаҡ. Әлегә “Росстат”та бары астролог менән медиум ғына бар. Әммә, депутат әйтеүенсә, әгәр унда “халыҡ табибы”н индергәндә, ҡалғандарын да эләктереп буласаҡ. Кемдең алдаҡсы, кемдең юҡ икәнен билдәләү бурысы күрәҙәселәрҙең үҙ иңенә һалынасаҡ, иң мөһиме – уларҙың барыһын да “һыу өҫтөнә сығарыу”.
Дин әһелдәре генә быға аптырауын белдерә. Берәүҙәре “Нисек инде юҡ нәмәне рәсмиләштереү мөмкин?” тиһә, икенселәре “Күрәҙәселәрҙең маңлайына, тәмәкегә яҙылған кеүек үк, “һаулыҡҡа зыян килтерә” тип яҙырға кәрәк” ти.