Талоныңды күрһәт!..23.05.2017
Рәсәйҙә йәнә талон системаһы тергеҙелә, ләкин уны карточкалар алмаштырасаҡ. Улар иһә эш хаҡтары йәшәү минимумына етмәгән мохтаждарға биреләсәк.
Был карточкаға ит, балыҡ һәм йәшелсә алырға мөмкин буласаҡ. Белгестәр белдереүенсә, ай һайын 1 500 һум биреләсәге көтөлә. Ул иһә ике килограмм иткә, ике килограмм балыҡҡа һәм әҙерәк бәрәңгегә етәсәк.

Был программа 2018 йылда ғәмәлгә инәсәк. Уның өсөн 300 миллиард һум тотоноласаҡ. Тик был аҡсаның ҡайҙан алынасағы ғына әлегә хәл ителмәгән.
Карточканы таратыу принцибы АҠШ-тан алынған. Унда иһә мохтаж кешегә ай һайын яҡынса 200 доллар бүленә. Был аҡсаға спиртлы эсемлектәр, тәмәке, дарыу һатып алыу мөмкин түгел, көнкүреш һәм транспорт уңайлыҡтары өсөн дә түләп булмай. Ләкин Америкалағы хаҡтарға ярашлы, бындай мөмкинлеге булған кеше астан үлмәйәсәк. Бындай программаға иһә йыл һайын тиҫтә миллиард самаһы аҡса бүленә.
Рәсәйҙә, Хөкүмәт күҙлегенән ҡарағанда, йәшәү минимумынан да әҙерәк эш хаҡы алған кеше фәҡир тип һанала. Был иһә – 22 миллион кеше. Белгестәр фекеренсә, шунса кешегә ай һайын 1,5 мең һум аҡса бүлә башлаһаң, 300 миллиард һум бары туғыҙ айға етәсәк.


Вернуться назад