Араҡыны хәҙер кем алыр?23.05.2017
Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, ай уртаһында Рәсәйҙә көслө алкоголле эсемлектәрҙең хаҡы күтәрелде.
Үҙгәрештәр араҡы менән коньякка ҡағылды. Был йәһәттән тәүгеһенең минималь хаҡы – һигеҙ процентҡа, икенсеһенеке 15 процентҡа артҡан. Шулай хәҙер “аҡбаш”ты һатып алыу кәмендә 205 һумға төшә, ә коньякты – 323 һумға.
Әйткәндәй, был эсемлектәрҙең минималь хаҡын арттырырға йыйыныуҙары йыл башынан уҡ билдәле ине. Араҡының минималь хаҡы 2009 йылдан алып “күләгәлә” сығарыусыларға ҡаршы көрәшеү ниәтендә ҡуйыла башлаған. Әлеге үҙгәреш иһә акциздарҙың ставкалары, тарифтарҙың һәм сығымдарҙың артыуына бәйле.
Ошонда һорау тыуа: әгәр был эсемлектәр кешенең ғүмерен алһа, уларҙың хаҡы күпме торасаҡ?..