Ниһайәт, ял!..23.05.2017
Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл йәй республикала йәмғеһе 366 меңдән ашыу бала һәм үҫмер ял итәсәк, һаулығын нығытасаҡ, эшкә урынлашасаҡ.
Төбәктә күп йылдар дауамында йәйге ялды ойоштороу һәм уҙғарыу йәһәтенән ыңғай динамика күҙәтелә. Был өлкәлә хаҡтарҙың осһоҙ булыуын, хәүефһеҙлекте, һөҙөмтәлелекте һәм сифатты тәьмин итеү – һаман да төп бурыстар иҫәбендә.
Быйыл да ялдың хаҡын арзанайтыуға етди иғтибар бүленәсәк. Ғәҙәттә, йәйәүләп оҙайлы сәфәрҙә йөрөү, ял көндәрендә походтар, туристик һәм палатка лагерҙары ойоштороу киң ҡулланыла.
1 – 10 июндә Башҡортостанда ошо йүнәлештәге көндөҙгө үҙәктәр асыласаҡ. Улар йыш ҡына дөйөм белем биреү мәктәптәре нигеҙендә эшләй


Вернуться назад