Мәскәүҙә уҡыу буш хыял түгел23.05.2017
Рәсәйҙә техник йүнәлештәге һөнәр эйәләренә ихтыяж йылдан-йыл арта, ә офиста ғына ултырып эшләргә теләгәндәр өсөн шарттар һаман кәмеү өҫтөндә. Быға юғары уҡыу йорттарындағы бюджет урындары һанына күҙ һалып ҡына ла төшөнөргә мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта бушлай белем алыу мөмкинлеге әкренләп ҡыҫҡара бара. Быйыл, мәҫәлән, ҡайһы бер уҡыу йорттарындағы бакалавриатта дәүләт иҫәбенән финансланған урындар аҙайған. Һөҙөмтә булараҡ, абитуриенттар араһында көнәркәшлек ҙурая. Хәл аңлашыла: беренсенән, белем биреү өлкәһендәге ҡулайлаштырыу саралары илдең иҡтисади ҡеүәтенә бәйле, икенсенән, юғары белемлеләр күптән саманан ашҡан.
Рәсәйҙе хәҙер донъяла иң уҡымышлы ил тип һанайҙар, сөнки беҙҙәге халыҡтың 53 проценты – дипломлы белгес. Ә эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ кисерелә, тинек. Юғары белемлеләр менән генә иҡтисадты үҫтереп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Ошо йәһәттән ҡарағанда, бюджет урындарының ҡыҫҡарыуын аңлап ҡабул итергә мөмкин.
Бөгөн күптәр диплом алып сыҡҡандан һуң уҡыуын башҡа төбәктә дауам итеүҙе хуп күрә. Сығарылыш класс уҡыусылары араһынан да байтаҡ йәштәр илдең иң абруйлы белем усаҡтарына барырға теләй. Уларға уҡырға инеү йәһәтенән Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ярҙамға килә ала. Әле ошо йәмәғәт ойошмаһы белем алыуын Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында дауам итергә теләгән сығарылыш класс уҡыусыларынан анкеталар йыя, июлдә Өфөлә улар өсөн консультациялар биргән бер айлыҡ штаб асыласаҡ.