“Ватандаш+” фәнни-ижтимағи асыҡ форумының сираттағы ултырышы “Халҡыбыҙҙың боронғо ҡомартҡыһы — Шүлгәнташ мәмерйәһе: үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге” тигән темаға арнала. Унда Башҡортостан Республикаһы Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре мәмерйәлә әлеге ваҡытта алып барылған эштәр һәм һуңғы табыштар хаҡында һөйләйәсәк. Форум 24 майҙа Башҡорт дәүләт университетының 303-сө аудиторияһында иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Шүлгәнташ мәмерйәһе, тарихи, мәҙәни, тәбиғи һәйкәл булараҡ, төрлө фән әһелдәрен, тармаҡ белгестәрен берҙәй ҡыҙыҡһындыра. Ошо тема менән шөғөлләнгән ғалимдарҙы, мәмерйәнең яҙмышына битараф булмаған киң йәмәғәтселек вәкилдәрен сараға саҡырабыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Ватандаш+” – асыҡ форум, унда теләгән бер кеше ҡатнаша ала.