Көлкө оҫтаһы энциклопедияға инде23.05.2017
Мәскәүҙә Рәсәй Яҙыусылар союзы “Рәсәйҙең хәҙерге әҙәбиәте” энциклопедияһын нәшер итте. Был китапҡа билдәле Рәсәй яҙыусыларының биографияһы, нәшер ителгән китаптары исемлеге ингән. Шуныһы ҡыуаныслы: китаптың бер нисә бите яҡташыбыҙ – билдәле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимгә арналған.
Сергей Михалков билдәләүенсә, күренекле башҡорт яҙыусыһы Рәсәйҙә сатира һәм юморҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. Яҙыусының эшмәкәрлеге утыҙ йылдан ашыу “Һәнәк” журналы менән бәйле булды, Марсель Сәлимов журналда баш мөхәррир вазифаһын башҡарҙы. Ул – ҡырҡтан ашыу китап авторы. Сатириктың әҫәрҙәре башҡорт, сыуаш, рус, татар, болгар, инглиз телдәренә тәржемә ителгән.
Әлеге энциклопедия халыҡ-ара әҙәби сараларҙа тәҡдим ителәсәк, китап нәшриәттәренә таратыласаҡ. Яңы баҫма уҡыусыға илдәге билдәле яҙыусылар менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге бирә.


Вернуться назад