Башҡортостанда Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурай байрамы үтте. Сара быйыл Октябрьский ҡалаһында ун етенсе тапҡыр уҙғарылды.Бәйгелә республикабыҙҙың төрлө райондарынан ҡатнашыусылар йыйылды. Гран-приҙы, “Шарлы урман” һәм “Ҡырҡты кәкүге” көйҙәрен башҡарып, Өфө ҡалаһынан Юнир Һағынбаев яуланы. Шулай уҡ призлы урындарға лайыҡ булыусылар, дипломанттар һәм “Халыҡ көйө “Урал”ды иң яҡшы башҡарғаны өсөн” номинацияһында еңеүсе билдәләнде. Әйткәндәй, иң йәш ҡатнашыусы Искәндәр Фәйзуллинға ни бары алты йәш ине, ә Баймаҡ ҡалаһынан килгән 67 йәшлек Сабирйән Байназаров иң олоһо булып сыҡты.
Бәйге иһә бер нисә өлөштән торҙо. Тәүгеһендә баһалама ағзалары ҡатнашыусыларҙы тыңланы. Сара сиктәрендә шулай уҡ ҡурайсылар өсөн ижади лаборатория ойоштороу ҡаралғайны. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң, Иран музыканттары Хамид Реза Даду, Мехди Асади һәм Арсен Тиховодтарҙың сығыштары байрамды биҙәп ебәрҙе.