Былтыр – йөҙ мең. Быйыл күпме?23.05.2017
12–16 июндә баш ҡалабыҙҙа “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙасаҡ. Әйткәндәй, былтыр тәүге тапҡыр үткәрелгән был сарала йөҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Шулай уҡ ул үҙенең стиль, йүнәлеш киңлеге, мәҙәни программаларҙың төрлөлөгө менән тамашасының иғтибарын йәлеп иткән ине.
Быйылғы фестиваль Өфө амфитеатры – “Ватан” этнопаркында үтә. Ул 12 июндә Рәсәй көнөнә арналған концерт менән башланасаҡ. Икенсе көнөндә иһә “Симфония төнө” була. 14 июндә “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең сығышы көтөлә, уны “UFA – Kuraifest” дауам итәсәк. “Евразия йөрәге” 16 июндә Гала-концерт менән тамамлана. Уның барышында “Уйна, минең гармуным” һәм “Этно-төн” саралары көтөлә.