Кемдең бураҙнаһы тигеҙерәк?23.05.2017
Башҡортостанда 25 июндән 1 июлгә тиклем Ер һөрөү буйынса асыҡ Рәсәй чемпионаты уҙасаҡ. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бының өсөн Өфө районы бәйгенең техник талаптарына һәр йәһәттән дә тап килә.
Рәсәй беренселеге ер һөрөү, “Трактор-шоу” – трактор менән идара итеү кеүек бер нисә ярыш төрөнән ғибәрәт. Чемпионат сиктәрендә шулай уҡ конференциялар, форумдар, күргәҙмәләр ҙә ҡаралған. Йәнә республикабыҙҙа Баҫыу көнөн уҙғарыу ҙа күҙаллана.
Чемпионатты “Росагролизинг” компанияһы менән Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.


Вернуться назад