Ете – изге һан23.05.2017
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Өфө” футбол клубы командаһының уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселәре менән осрашып, миҙгелде уңышлы тамамлауҙары менән ҡотланы.
Рәсәй Премьер-лигаһының 30-сы турында “Өфө” футболсылары Екатеринбургтың “Урал”ын 1:0 иҫәбенә еңеп, турнир таблицаһының етенсе баҫҡысын биләне. Ә ете – халҡыбыҙ өсөн изге һан.
– Яҡшы һөҙөмтәгә ирешеүегеҙ менән ҡотлайым. Был – тарихи ҡаҙаныш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер яулаған үрҙе тоторға кәрәк. Киләһе миҙгелдә тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә ирешер өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, ныҡышмалы рәүештә эшләргә генә кәрәк. Команда алға барһын өсөн беҙ бар көстө һаласаҡбыҙ.


Вернуться назад