Тарихты тыңлар төн...19.05.2017
20 майҙа киске сәғәт 6-нан төнгө 12-гә тиклем баш ҡалала “Музейҙар төнө” акцияһы үтә.
“Төп маҡсат – илдәштәребеҙгә, Башҡортостан ҡунаҡтарына музейҙар аша ил тарихын күрһәтеү, халыҡтар мәҙәниәте менән таныштырыу, Экология йылына бәйле мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы саралар уҙғарыу. Һәр кем ғаиләһенең һәм иленең тарихын белергә тейеш. Был йәһәттән музей уникаль үҙәк, минеңсә. Бында дөрөҫлөк һаҡлана, һәр экспонатта тарихтың йөҙө сағыла. Мәғлүмәттәрҙе халыҡ белергә, үҫеп килгән йәш быуын үткәндәрҙе ихтирам итергә һәм өйрәнергә хаҡлы”, – ти Хәрби дан музейы директоры Илшат Үтәев.


Вернуться назад