Ярлыҡарға сәбәп бар…19.05.2017
Республика Башлығы ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре комиссияһы ағзалары ярлыҡау тураһындағы биш юлламаны ҡараны. Бер үтенесте ҡәнәғәтләндерергә ҡарар ителде. Өфөнән 1939 йылғы ҡатын юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн өс йылға иркенән мәхрүм ителгән була. Уның юл ҡағиҙәһен боҙоуы арҡаһында кеше ғүмере өҙөлгән. Пенсионер ҡатын ҡараңғы төшкәс тирә-яғын байҡамайынса М5 “Урал” трассаһы аша сыҡҡан. Юлдан килгән “КамАЗ” водителе, йәйәүлене тапатмайым тип, тормозына баҫҡан, рулен ситкә борған. Һөҙөмтәлә юл ситендә торған икенсе ҡатынды тапаған, уныһы шунда уҡ йән биргән.
Мәсьәләне тикшергәндән һуң комиссия ағзалары, хөкөм ителеүсегә бирелгән ыңғай характеристиканы, уның ғәйебен таныуын, енәйәттең иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында ҡылыныуын иҫәпкә алып, үтенесте ҡәнәғәтләндерергә тигән ҡарар ҡабул итте.
– Хөкөм ителеүсе элегерәк енәйәт яуаплылығына тарттырылмаған, тырышып эшләгән, ғаиләһе, балалары, ейәндәре бар. Оло йәштә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур фажиғәгә килтергән хата яһаған. Уның ысын күңелдән үкенеүен, ғәйебен таныуын күрәбеҙ. Киләсәккә ниәттәре лә изге: ейәндәрен тәрбиәләргә, яҡшы тормош көтөргә теләй. Бындай йәштә медицина учреждениеларында һаулыҡты даими тикшереүгә ихтыяж бар. Ә иректе сикләгән осраҡта быны ваҡытында эшләү мөмкинлеге юҡ, – тине Константин Толкачев.
Ултырышта комиссия ағзалары шулай уҡ һуңғы йылдарҙағы үҙҙәренең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә мониторинг үткәрергә ҡарар итте. Улар һуңғы йылдарҙа ярлыҡанған 13 кешенең яҙмышын өйрәнергә, ҡайҙа йәшәгәнен, мәшғүллеген, ғаилә хәлен, ҡануниәтте боҙоу-боҙмауын асыҡларға ниәтләй. Эске эштәр министрлығына, муниципалитеттарға мөрәжәғәт ителгән. Ошо кешеләр менән осрашыуҙар үткәреү ҙә күҙаллана. Мониторинг һөҙөмтәләре Ярлыҡау мәсьәләләре комиссияһы эшенә төҙәтмәләр индереү мөмкинлеген бирәсәк.