Берҙәмлектә – көс17.05.2017
Санкт-Петербургтағы Рәсәй этнография музейында Башҡорт мәҙәниәте көнө үтте.
Музей залында Башҡортостан тәбиғәтенең гүзәллеге, хал­ҡыбыҙҙың мәҙәниәте тураһында фильм күрһәтелде, бәйләү, тегеү, сигеү, сувенирҙар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, му­зей экспозициялары буйлап экскурсиялар ойошторолдо. Өфө ар­тис­тары, Питерҙағы “Ирәндек”, “Аманат” ижади коллективтары концерт ҡуйҙы.
Сара нигеҙендә шулай уҡ Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда 178 делегат ҡатнашты.


Вернуться назад