Шыршы урманы шаулар17.05.2017
Ошо көндәрҙә Ауырғазы районының Стәрлетамаҡ урман хужалығы биләмәһендә йөҙҙән ашыу кеше 12 мең йәш ағас үҫентеһе ултыртты.
Сара “Бөтә Рәсәй буйынса ағас ултыртыу көнө”нә һәм илдә иғлан ителгән Экология йылына арналды. “Стәрлетамаҡ урман хужалығы” дәүләт унитар предприятиеһы начальнигы Рамаҙан Хәйҙәров хәбәр итеүенсә, ике йыллыҡ шыршыларҙы дүрт гектар ергә ултыртҡандар.
– Ун йылдан был бәләкәй шыршылар ҡупшы ағастарға әйләнәсәк, әлеге биләмә ҡуйы урман буласаҡ. Рәсәйҙә иғлан ителгән акция 19 майҙа үтәсәк, беҙ иһә тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, ағасты саҡ ҡына иртәрәк ултырттыҡ, – тине етәксе.
Ағас ултыртыуға Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, урмансылар, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары, мәктәп уҡыусылары йәлеп ителгән.
Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 14 мең гектар ерҙә ағас ултыртыу ҡаралған. Акцияға Туймазы, Әбйәлил райондары ҡушылды ла инде.