Ирәмәл, Шүлгәнташ, Мораҙым...17.05.2017
Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында республикала “Ҡурсаулыҡтар буйлап” төбәк-ара экологик марафоны уҙғарыла. Ул Рәсәйҙәге ҡурсаулыҡтар системаһының 100 йыллығына арнала һәм 6 – 8 июндә халыҡ-ара экологик форум нигеҙендә үтә. Сарала Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, шулай уҡ Татарстан Республикаһы вәкилдәре ҡатнаша.
Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, марафондың төп маҡсаты – тәжрибә уртаҡлашыу, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен үҫтереүҙең ғәмәлдәге моделдәре менән таныштырыу, иң яҡшы өлгөләрҙе башҡа төбәктәрҙә лә файҙаланыу.
Ҡатнашыусылар өсөн өс маршрут төҙөлгән. Уларҙың тәүгеһе “Ирәмәл” тәбиғәт паркын, Көньяҡ Урал ҡурсаулығын, Мораҙым тарлауығын, “Башҡортостан” милли паркын үҙ эсенә ала. Икенсеһе иһә Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Шүл­гәнташ, Мораҙым тарлауығы һәм “Башҡорт­остан” милли пар­кы аша үтә. Өсөнсө маршрут уҡыусылар өсөн төҙөлгән – төрлө олим­пиадаларҙа уңышҡа өлгәшкән 20 бала Асылыкүлгә, Ҡандракүлгә, Мораҙым тарлауығына һәм “Башҡортостан” милли паркына сәйәхәт ҡыласаҡ.


Вернуться назад