Машинаңды алып китһәләрме?17.05.2017
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләһе ултырышында депутаттар “Башҡортостан Республикаһында транспорт сараларын махсус туҡталҡаға күсереү, уларҙы һаҡлау, кире ҡайтарыу, шулай уҡ транспортты күсереү һәм һаҡлау хаҡын түләү тәртибе тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статья­һына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы закон проектын беренсе уҡыуҙа тикшерергә ниәтләй.
Парламент спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, закон проекты ҡабул ителгән осраҡта, ҡулға алынған автотранспорт сараларын теркәү тәртибен ябайлаштырыу мөмкинлеге тыуасаҡ.
– Проектта ҡулға алынған транспортты иҫәпкә алыу журналын раҫлау алымы рәүешендә мисәтте файҙаланыу талабын ғәмәлдән сығарырға тәҡдим ителә. Үҙгәрештәр федераль ҡануниәт нигеҙендә индерелә. Закон нормаларына ярашлы, бынан ары яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә йәки акционерҙар йәмғиәтенә мисәткә мотлаҡ эйә булыу бурысы ҡуйылмай, – тине Константин Борисович.


Вернуться назад