“Сәсмәүерем, селтәрем”16.05.2017
Республикабыҙҙа 18 майҙа Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек нигеҙендә II “Сәсмәүерем, селтәрем-2017” асыҡ ҡала башҡорт милли кейеме фестиваль-конкурсы уҙғарыла.
Бәйге номинациялары: “күргәҙмә” (селтәр, ҡашмау, сәсмәүер), “дефиле” (төбәктәге этнографик костюмдар, сәхнә кейеме, көндәлек кейем-һалым), “эскиз” (сәхнә кейеме, көндәлек кейем). Аксессуарҙар яһау буйынса “Алтын ҡуллы оҫта”, тиҙ арала янсыҡ тегеү буйынса “Етеҙ ҡуллы оҫта”, “Оҫта өйрәтеүсе” кеүек оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Фестиваль-конкурста урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары, балаларға өҫтәмә белем биреү мәктәптәре һәм үҙәктәре, ижади коллективтар ҡатнаша.


Вернуться назад