“Хоҡуҡ диктанты”н яҙам тиһәң…16.05.2017
20 майҙа теләге булған һәр кеше хоҡуҡи белем нигеҙҙәрен тикшереү йәһәтенән тест үтеп, ошо өлкәләге мөмкинлектәрен асыҡлай ала.
“Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы, Европа юридик хеҙмәте, Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты һәм Бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү фонды ил буйынса “Бөтә Рәсәй хоҡуҡ диктанты” проектын тормошҡа ашыра. “Хоҡуҡ диктанты” Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу ҡалаһында үткәрелә.
Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, илебеҙҙәге иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 26 проценты ғына ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла юристарға мөрәжәғәт иткән. Был хоҡуҡи белем өлкәһендә етди проблемалар булыуы, Рәсәй граждандарында хоҡуҡи нигилизм хаҡында һөйләй.
“Хоҡуҡ диктанты”н Башҡорт дәүләт университетында (Достоевский урамы, 131, 302-се аудитория) яҙырға мөмкин. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Аккредитация үтеү өсөн [email protected] электрон почтаһына исем-шәрифеңде, киң мәғлүмәт сараһының атамаһын, бәйләнеш өсөн телефонды ебәрергә кәрәк. Телеканалдар өсөн ҡулайламалар исемлеген күрһәтеү шарт. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-919-996-53-04 (Илья Бекасов).


Вернуться назад