Ауылды ҡотҡарыу өсөн кооператив ас16.05.2017
Дыуан районында йәшәгән Альбина Вахтаны ауыл хужалығы кооперативы асырға атаһы һәм тыуған ауылының ауыр яҙмышы илһамландырған. Эш башлау өсөн төп инвестор ролен дә атаһы башҡарған.
– Элек Өлкөндө ауылында һәр береһенең 20-30 сутыйлыҡ баҡсаһы була торғайны. Әле ерҙе ҡарағура баҫты, – ти Альбина. – Бергә йыйылдыҡ та, ауыл хужалығын тергеҙеү, ауылдаштарыбыҙҙы эскелектән арындырыу, хеҙмәт хаҡы алыу өсөн кооператив асырға кәрәк тигән ҡарарға килдек.
Өс шәхси ярҙамсы хужалыҡ һәм ике крәҫтиән-фермер хужалығы былтыр 10 августа “Йәшелсә ожмахы” тигән ойошмаға берләште.
– Ярты йыл эсендә 60 тонна йәшелсә, шул иҫәптән 20 тонна картуф һаттыҡ. Былтыр продукцияны һатып алһаҡ, быйыл үҙебеҙ үҫтерә башлаясаҡбыҙ. Райондан ситкә сығып, күршеләрҙе лә хеҙмәтләндерергә ниәт бар, – ти Альбина.


Вернуться назад