“Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл тәүге кварталда төбәктә ер ҡануниәтенең үтәлешен тикшереү йәһәтенән 2 473 сара уҙғарылған. Улар барышында 1 363 тәртип боҙоу осрағы теркәлгән, 728 административ тикшереү ойошторолған. Һөҙөмтәлә 314 ер мөнәсәбәттәре объекты административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, етешһеҙлекте төҙәтеү буйынса 1 323 күрһәтмә бирелгән. Һалынған штрафтың дөйөм күләме 2 миллион 869 мең һум тәшкил итә, шуның 780 мең һумы түләнгән. Дәүләт ер контроле өлкәһендә төп етешһеҙлектәр иҫәбенә участкаларҙы рөхсәтһеҙ биләү, уны тәғәйенләнеше буйынса файҙаланмау инә. Закон боҙоусылар исемлегенә эләкмәйем тиһәң, ергә хоҡуҡты ваҡытында теркәү, уны тейешенсә файҙаланыу, башҡа кешеләрҙең хоҡуғын боҙмау шарт. Участок һатып алғанда уның сиктәренең Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы мәғлүмәттәргә тап килеүен асыҡларға кәңәш ителә.