Ура, ял етә!12.05.2017
Йәйге һауыҡтырыу кампанияһы башланыр алдынан Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һауыҡтырыу учреждениеларын каникул осоронда балаларҙы ҡабул итеүгә әҙерләү, йәйге ялды ойоштороу мәсьәләләре буйынса тематик консультация биреү саралары ойоштора.
Министрлыҡ белгестәре 15 майҙан граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә башлай. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (347) 218-03-57 телефоны буйынса ҡабул ителә.