Дини төркөм, йөҙөңдө ас!12.05.2017
Башҡортостан парламентарийҙары Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин менән берлектә “Выждан азатлығы һәм дини берекмәләр тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итте. Проектта дини төркөм тейешле органға белдермәйенсә эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған, ялған мәғлүмәт биргән осраҡта уны яуаплылыҡҡа тарттырыу күҙ уңында тотола.
— Ғәмәлдәге ҡануниәт дини төркөмдәргә үҙенең эшмәкәрлеге тураһында белдереүҙән ҡасыу мөмкинлеген бирә. Бының өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ҙа ҡарал­май. Дини төркөмдәр уларҙы тер­кәгән органға формаль юридик адресы тураһында ла, эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған урыны хаҡында ла мәғлүмәт бирмәй, сөнки был талап ҡануниәттә нығытылмаған. Һөҙөмтәлә дини нигеҙҙә экстремизм­дың таралыуына уңайлы ерлек тыуа, — тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Төбәк парламенты спикеры әйте­үенсә, бындай төркөмдәрҙең етәксе­ләре йыш ҡына шәхси байығыуҙы маҡсат итеп ҡуя, төркөм ағза­ла­рында дини дошманлыҡ тәрбиәләй, психотехнология алымдарын файҙа­ланып, кешенең физик һәм психик сәләмәт­легенә зыян килтерә.
Башҡортостан Башлығы ҡарама­ғындағы Дәүләт-конфессия ара мө­нәсәбәттәре советы биргән мәғ­лү­мәткә ярашлы, республикабыҙҙа 492 дини төркөм эш итә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Юстиция министрлы­ғының республика идаралығына шуларҙың 169-ы ғына үҙе хаҡында мәғлүмәт тапшырған. Илдең башҡа төбәктә­рендә лә ошондай уҡ хәл күҙәтелә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әҙерләгән закон проекты федераль ҡануниәттәге етешһеҙлекте төҙә­теүгә йүнәлтелә.


Вернуться назад