Өфө осраҡлы һайланмаған12.05.2017
Өфө осраҡлы һайланмағанБашҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов хәбәрселәр өсөн “Өфө: Рәсәй нефть-газ химияһы форумы-2017” тип аталған матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

Әйткәндәй, Өфөлә тиҙҙән, йәғни 23–26 май көндәрендә, Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы һәм “Газ. Нефть. Техноло­гиялар-2017” исемле ха­лыҡ-ара күргәҙмә ойошто­ро­ласаҡ. Ошо уңайҙан Фәр­хәд Астан улы былай тине:
– Сараны уҙғарыу урыны итеп Өфө ҡалаһы осраҡлы һайланманы, сөнки Башҡортостан – күп­тән нефть химияһы алға киткән төбәктәр исемлеген­дә. Ысынлап та, тарихҡа байҡау яһаһаҡ, бының шулай икәнлеге бәхәсһеҙ.
Форумда ҡатнашырға бихисап илдәр теләк белдергән: Австрия, Германия, Ҡытай, АҠШ, Финляндия, Сербия, Италия, Польша, Көньяҡ Корея, Беларусь... Шул уҡ ваҡытта илебеҙҙең 40-ҡа яҡын төбәгенән дә киләсәктәр.
Фәрхәд Самедов бел­дереүенсә, күргәҙмә бар­ған көндәрҙә ил вәкилдәре бер-береһе менән эшлекле һөйлә­шеүҙәр алып барасаҡ, һәр йәһәттән дә үҫешкә әйҙәгән ике яҡлы килешеүҙәр төҙөләсәк.
Сарала Башҡортостан менән Беларусь республикалары араһында “түңә­рәк өҫтәл” ойошторолоуы күҙ уңында тотола. Халыҡ-ара күргәҙмә төплө фекер алышыу йәһәтенән дәүләт власы органдары, ғалим­дар, сәнәғәтселәр, эшҡы­уарҙар өсөн үҙенә күрә уңай­лы майҙансыҡ буласаҡ.
– Бындай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткө­һөҙ, – тине вице-премьер. – Иң мөһиме – нефть һәм газ менән бәйле яңылыҡ­тарҙы уртаҡлашыу. Беҙ аҙаҡтан йыл һуҙымында был темаға мониторинг үткәрәсәкбеҙ.



Вернуться назад