Бәхетлеләр байрамы12.05.2017
Баш ҡалала 15 майҙа “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған бәхетле ғаиләләр фестивале уҙғарыла.
Байрам 14 сәғәт 30 минутта башлана. Унда ғаиләгә тәрбиәгә алынған балаларҙың, уларҙың опекундарының ҡатнашыуы көтөлә. Ҡунаҡтар өсөн флеш-мобтар, бәйгеләр, ижади эштәр күргәҙмәһе ойоштороласаҡ, ҡурсаҡ театры артистары сығыш яһаясаҡ. Теләге булған һәр кеше сәксәк бешереүҙә ҡатнаша ала.
Фестивалдә баланы тәрбиәгә алған иң яҡшы ғаиләләргә бүләк тапшырыласаҡ.


Вернуться назад