“Хәрби бейеклек”те яулайбыҙ12.05.2017
26 майҙа Конгресс-холл эргәһендәге Өфө амфитеатрында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған байрам сараларын дауам итеп, IV “Хәрби бейеклек” ветеран һәм ватансылыҡ йырҙары фестивале уҙғарыла.
Сарала танылыу яулап өлгөргән башҡарыусылар Артур Саяновтың (Севастополь), Валерий Петряевтың, Игорь Дрягилевтың (Ярославль), Владимир Вороновтың (Череповец), Александр Рыбалконың, Виктор Ивановтың (Өфө), “Мазари-Шәриф” төркөмө менән Сергей Матвеевтың (Иваново) һәм башҡаларҙың сығыш яһауы көтөлә.
Фестивалде ойоштороусылар әйтеүенсә, һәр ошондай сара өр-яңы исемдәр һәм таланттар асыуға булышлыҡ итә. Унда танылған оҫталар һәм башҡарыусылар, шулай уҡ сәнғәт юлына саҡ аяҡ баҫҡандар сығыш яһай.
“Хәрби бейеклек” — Өфөлә башланған иң сағыу илһөйәрлек йолаларының береһе. Өс йыл эсендә ул ҙур танылыу яулап өлгөрҙө. Фестивалде Өфө ҡалаһы хакимиәте “Ветеран”, “Ҡанатлы гвардия”, “РСВА”, “Хәрби туғанлыҡ”, “Һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре” ойошмалары ярҙамында үткәрә.