Йома сәйҙәрен беҙҙең менән эсегеҙ!12.05.2017
“Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы 11-енән 21 майға тиклем Рәсәй почтаһының рәсми каталогына ингән республика, район, ҡала баҫмаларына яҙы­лыуға 10 процент ташлама яһай.
Киләһе ярты йылда “Башҡортостан” гәзитен дә арзаныраҡ хаҡҡа алдырыу мөмкинлеге бар. Баҫмабыҙҙың индексы – п2729, п3030. Аҙнаһына өс тапҡыр кил­гәненә подписка хаҡы – 1255 һум 26 тин, “Йома” вариантына – 541 һум 14 тин.
Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитан­цияларығыҙҙың күсермәһен редакция адресына ебәреп, “Республика Башкор­тос­тан” нәшриәт йорто ойошторған “Аҙна һа­йын – бүләк” уйынында ҡатнашырға ла саҡыра­быҙ. Еңеүселәргә бүләккә көнкүреш кәрәк-яраҡтары, төрлө һауыт-һаба әҙерләнгән.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!


Вернуться назад