“Ҡыҙыл әтәс” йортһоҙ итте...09.05.2017
Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда Башҡортостандың Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев төбәктә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Ял көндәре етеү менән республикала янғындар һаны бермә-бер артҡан. Һуңғы осорҙа ғына төбәктә 340 гектарҙа 23 урман янғыны теркәлгән.
Сарала Дыуан районының Салғыя ауылында булған ҙур янғынды ла телгә алдылар. Бында 15 кеше, шул иҫәптән дүрт бала, торлаҡһыҙ тороп ҡалған. Ауыл Советы рәйесе Любовь Фокина әйтеүенсә, янғын кәртә артындағы бесән кәбәненән башланған.
– Әлеге мәлдә ҡаза күреүселәр туғандарында йәшәй. Алты йортто ла төҙөкләндереү мөмкин түгел, йорт ҡаралтылары ла янған. Зыян күләмен билдәләйбеҙ. Янғын сыҡҡан көндө ел көслө ине. Шуға ла ҡоторған утты тиҙ арала туҡтатып булманы. Ошо көндәрҙә янғын һүндереүселәр тағы ла тикшереү менән киләсәк. Шунан һуң янған ихаталарҙы һүтеү эшен башлаясаҡбыҙ. Ҡаза күреүселәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеү тураһында иғлан бирҙек.