Ағас шаулап үҫер09.05.2017
Өфөләге Еңеүҙең 50 йыллығы скверын “Дан аллеяһы” биҙәйәсәк. Бөтә Рәсәй социаль экологик акцияһына ярашлы, байрам алдынан бында 600 самаһы ағас ултыртылды.
Сарала йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, артистар, журналистар, балалар ҡатнашты. Ағас ултыртырға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, уларҙың ейәндәре, баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Урал Килсенбаев, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары килгәйне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфө “Дан аллеяһы” булдырыу хоҡуғын алыу өсөн ойошторолған тауыш биреүҙә бишенсе урынды яулағайны. Республикабыҙҙың баш ҡалаһы өсөн 65 мең самаһы кеше тауыш бирҙе.


Вернуться назад