Аттарҙа сабып ҡына...09.05.2017
Бөгөн Өфөнөң Таһир Кусимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромында Еңеү көнөнә арналған ҙур ат спорты байрамы ойошторолдо.
Өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары иғтибарына Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән иң яҡшы сабыш аттарының сығыштары тәҡдим ителде. Сарала шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр отторолдо. Балалар иһә бушлай аттарҙа йөрөнө.


Вернуться назад