Дәүләт комитетында – яңы рәйес09.05.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Светлана Бурдюк Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Светлана Николаевна Бурдюк 1966 йылда Липецк өлкәһендә тыуған. ВЛКСМ Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Юғары комсомол мәктәбен һәм Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары, “Стройпроектсервис” төҙөлөш фирмаһы­ның финанс директоры, Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында бүлек начальнигы булып эшләгән. 2015—2017 йылдарҙа – ошо комитет рәйесе урынбаҫары, рәйес вазифаһын башҡарыусы.


Вернуться назад