Балалар техник станцияһы Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә әҙерләнә10.05.2017
Балалар техник станцияһы Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә әҙерләнә
Балалар техник станцияһы Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә әҙерләнә Балалар техник станцияһының агро-биологик бүлеге өс йылдан бирле эшләп килә. Уның ҡарамағында тәжрибә баҫыуы бар. Бында орлоҡтан үҫкән 7 мең төп самаһы һәм ботаҡтарҙан үрсетелгән 200 мең төп алмағас үҫә. Быйыл яҙ 1 мең төп лимон, байтаҡ һан­да апельсин ултыртылған. 1500 төп виноград яҡшы уҡ ҙур булып үҫкән. Станцияның теплицаһында ҡырағай виноград, йылы яҡтарҙа торған үҫемлек­тәрҙән пальма, кактус, туя, мимоза һәм лимон, апельсин ултыртылған. Ҡыяр өлгөргән дә инде. Парникта байтаҡ һанда сөгөлдөр, ҡыяр, апельсин, лимон, төрлө төҫлө сәскәләрҙең рассадаларын үҫтергәндәр. Оҙаҡламай уларҙы күсереп ултыртасаҡтар.
Агро-биологик бүлектең йәнле мөйө­шөндә бер пар канарейка, бер пар Австралия попугайы, бер пар ташбаҡа һәм бер пар кеҫәртке аҫрала. Әсә кеҫәрткенең оҙаҡламай балалары буласаҡ, әсә канарейка шулай уҡ йомортҡа баҫып ултыра. Бер аквариумда алтын балыҡтар, икенсеһендә беҙҙең Башҡортостан йылғаларында була торған балыҡтар йәшәй.
Техник станция Бөтә Союз ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә байтаҡ экспонаттар алып бара. Күргәҙмәгә агро-биологик бүлектең даими ағзаларынан Ягошина Нюра (№ 3 мәктәп, 8-се класс) һәм Троицкая Нина (№ 39 мәктәп, 6-сы класс) тарафынан үҫтерелгән тереләй тыуҙырыусы балыҡ – гуппи ебәрелеү өсөн раҫланды.
Лимон үҫтереүселәрҙән: Еварестов Олег, Кондратьева Ира, Мостафина Дина, Варакина Лиляның тәрбиәләп үҫтергән лимондары күргәҙмәгә ебәрелә.
Сафиуллин Фәрит (№ 39 мәктәп, 4-се класс) станциялағы йорт ҡуяндарын аҫрай. Уның ҡарамағында биш әсә ҡуян үрсеп, хәҙерге көндә 35-ләп бәләкәй ҡуяндарҙы ла эсенә алған ҙур семьяға әйләнде. Сафиуллин өлгөлө эшләүе өсөн Беренсе Май байрамында бүләкләнде.
Станцияның электро-техник кабинеты ағзаһы Сәйетов Заһит (педагогия рабфагында уҡыусы) электромоторлы трактор моделе эшләне. Трактор электр көсө менән йөрөй. Алмазов һәм Пекерский (№ 39 мәктәп уҡыусылары) гусеничный трактор “Сталинец”тың электромотор ярҙамы менән эшләй торған моделен әҙерләйҙәр.
Быларҙан башҡа станцияның тәжри­бә баҫыуында үҫкән техник культу­раларҙың һәм йәшелсә-емеш баҡса­һының экспонаттары күргәҙмәгә ебәреү өсөн раҫланған.

(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1938 йыл, 1 июнь, 123-сө һан).

Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.

Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль үҙенсәлектәре һаҡланды.


Вернуться назад