“Болот” матурлыҡ өләшә10.05.2017
13 майҙа Өфөнөң “Болот” заманса сәнғәт үҙәгендә төрлө оҫталарҙың ҡул эштәренән торған йәрминкә – Туча-маркет уҙғарыласаҡ. Был күркәм сараны ойоштороусы Гүзәл Ибраһимова билдәләүенсә, йәрминкәгә Өфө һәм Мәләүез ҡалаларынан, Дыуан, Нуриман райондарынан оҫталар килеүе көтөлә.
“Беҙҙә оҫта ҡуллы һәләтле кешеләр бик күп. Матурлыҡты күргән һәм тоя белгән һәр кем ҡул эштәренә битараф булмайҙыр ул. Сөнки ижади хеҙмәт емешенә һәр оҫта күҙ нурын, күңел йылыһын һалып башҡара. Беҙҙең маҡсатыбыҙ – төрлө ҡул эштәре оҫталарын бергә туплап, матур йәрминкә ойоштороу, ошо нәзәкәтле эштәрҙе килгән халыҡҡа күрһәтеү һәм әйбер булараҡ ҡына түгел, бәлки, ижад һәм матурлыҡ емеше булараҡ кешеләрҙең күңелендә яҡты-йылы тойғолар, йәмлелеккә, йәнлелеккә, төҫлө тормошҡа ыңғай ҡараш уятыу”, – ти Гүзәл.
Нәзәкәтлек һәм матурлыҡ йыйыны тип атаһаҡ та яңылыш булмаҫ, моғайын, был сараны. Йәрминкәлә мәрйендән сәскәләр, ағастар, төрлө композициялар, шулай уҡ ҡулдан эшләнгән һабындар, блокноттар, бәйләнгән төрлө уйынсыҡтар, биҙәнеү әйберҙәре, тәбиғи таштарҙан, ағастан эшләнгән алҡа һәм муйынсаҡтар, тәбиғи туҡыманан тегелгән әйберҙәр, шулай уҡ тире һәм күндән ҡурсаҡтар, сувенирҙар тәҡдим ителәсәк.