Баш ҡалабыҙҙа тағы ла бер объект мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылды. Республика Хөкүмәте Биофизиология институты бинаһын төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерҙе. Әлеге институт Өфөнөң Ленин урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан. Ул 1936 – 1941 йылдарҙа төҙөлгән. Әле бында – Башҡорт дәүләт медицина университеты. Объект биләмәһендә тарихи-мәҙәни тәғәйенләнештәге ерҙәрҙе файҙаланыу тәртибе ғәмәлгә индерелгән.