Ҡаһармандар онотолмай10.05.2017
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты үҙенсәлекле мәғлүмәт ресурсын ғәмәлгә индерә. Ул “Мәңгелек ут” йәки “Хәтер уты” урынлашҡан мемориаль ҡоролмалар, хәрби ҡәберлектәр реестрына ингән туғандар ҡәбере һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һалдаттар дауаланған эвакогоспиталдәр тураһындағы материалдар менән тулыланасаҡ. Сайтта шулай уҡ Геройҙар исеме бирелгән Рәсәй мәктәптәре тураһындағы хәбәр ҙә урын аласаҡ.
Ресурс нигеҙендә төҙөлгән батырлыҡ картаһы ҡаһарманлыҡ тарихы, яҡташтарыбыҙҙың биографияһы менән танышыу, уҡыусыларҙың тикшеренеү һәм ижади эштәрен ҡарау, планлаштырылған ватансылыҡ сараларында ҡатнашыу мөмкинлеген бирә.
imena.onf.ru ресурсының төп маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы һәм Рәсәй Геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү, халыҡтың илһөйәрлек башланғыстарын берләштереү.


Вернуться назад