Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе менән берлектә рухи-әхлаҡи үҫештең һәм гражданлыҡ-ватансылыҡ тәрбиәләүҙең иң яҡшы моделен асыҡлауға арналған “Республиканың абруйын яҡлап” конкурсын иғлан итте. Бәйге “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙа илһөйәрлек тәрбиәләү” дәүләт программаһына ярашлы үткәрелә.
– Алдыбыҙға ике маҡсат ҡуябыҙ. Тәүгеһе – балаларға һәм йәштәргә тәрбиә биреүҙә власть органдарының, йәмәғәт ойошмаларының, уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең тырышлығын, мөмкинлеген туплау. Икенсеһе иһә – йәш быуынды рухи-әхлаҡи йәһәттән үҫтереүҙең һәм гражданлыҡ-ватансылыҡ тәрбиәләүҙең иң яҡшы алымдарын, идеяларын асыҡлау, тормошҡа ашырыу, – тине республика парламенты етәксеһе Константин Толкачев.
Уның әйтеүенсә, бәйгелә ҡатнашыусыларҙан һөҙөмтәле, тормошҡа ашырыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған өр-яңы идеялар көтөлә.
– Беҙгә тәү сиратта йәштәрҙең үҙҙәренә ҡыҙыҡлы булырлыҡ тәрбиә алымдары кәрәк. Ҡатмарлы халыҡ-ара хәлде, Интернеттағы хәүефте иҫәпкә алғанда, йәштәр өсөн мәғлүмәти һөжүмде иҫкәртеүгә, уға ҡаршы тороуға йүнәлтелгән проекттарҙы күрге килә, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе.
Конкурста ҡатнашыуға ҡала һәм райондарҙағы мәғариф идаралыҡтары, белем биреү учреждениелары саҡырыла. Ғаризалар 25 майға тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Республика көнө билдәләнгән осорҙа буласаҡ. Эштәр
[email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8-937-479-06-29.