Лондондан, Майами, Швейцариянан...10.05.2017
Лондондан, Майами, Швейцариянан...Планетаның төрлө тарафтарынан республика халҡын Еңеү байрамы менән ҡотланылар. #72весныназад проектына ярашлы ҡотлау һүҙҙәре Ҡаҙағстандан, Алания, Грузия, Нюрнберг, Лиссабон, Рим, Лондон, Майами, Швейцариянан һәм Рәсәй ҡалаларынан килде. Ҡотлау видеоларын ебәргән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре ҡасандыр Башҡортостанда йәшәп киткән, шулай ҙа әле булһа тыуған ерен онотмай.
12 апрелдән республикабыҙҙың 38 ауыл, ҡалаһынан да #72весныназад төркөмөнә видеолар килде. Социаль селтәрҙәге ошондай ҡотлауҙарҙы 207511 тапҡыр ҡарағандар.


Вернуться назад