Рәсәй Президенты полиция генерал-майоры Роман Викторович Деевты Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры итеп тәғәйенләне. 1 майҙа Владимир Путин ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, полиция полковнигы Андрей Демидов республика эске эштәр министры урынбаҫары, полиция начальнигы итеп тәғәйенләнде. Роман Деев 1966 йылда Тамбов ҡалаһында тыуған. Эске эштәр органдарында 1983 йылдан. Юғары белемле – Эске эштәр министрлығының Омск юғары милиция мәктәбен тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Тамбов өлкәһе буйынса эске эштәр идаралығы начальнигы урынбаҫары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Тамбов өлкәһе идаралығы начальнигы урынбаҫары, Эске эштәр министрлығының Байкал аръяғы крайы буйынса идаралығы начальнигы була.