Ирекмән булғың килһә…03.05.2017
Ирекмән булғың килһә…Ошо көндәрҙә Өфөлә “Ирекмән-2017” конкурсы башланды. Ул 25 ноябргә тиклем дауам итә.

Баш ҡалабыҙҙа даими йәшәгән йәки эшләгән, ирекле эшмәкәрлеге хаҡында белдереп өлгөргән кеше бәйгелә ҡатнаша ала. Конкурстың маҡсаты – ирекмән мәҙәниәтен үҫтереү, әүҙемдәрҙе асыҡлау һәм уларға булышлыҡ итеү, йәмәғәтселектең иғтибарын ошондай эшмәкәрлеккә йәлеп итеү. Өҫтәмә мәғлүмәтте 8(347) 223-44-49 телефоны аша алырға мөмкин.


Вернуться назад