М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Кружева” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ҡытайҙың Тяньзинь ҡалаһына юлланды. Халыҡ-ара фестивалдә Өфө коллективы күп милләтле программа – башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ һәм ҡытай бейеүҙәрен тәҡдим итә. Тамашасылар башҡорт һылыуҙарын алҡышлап ҡаршылай. “Кружева” сәхнәне Словакия ансамбле менән бүлешә.
– Беҙ сығыштарыбыҙ менән ҡыуандырып ҡына ҡалмайбыҙ, Ҡытай, уның тарихы менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ, бер үк ваҡытта ҡытайҙарҙы Башҡортостандың күркәм йолалары менән таныштырабыҙ, – тине ансамблдең етәксеһе, республиканың атҡаҙанған артисы Ольга Андреева.
Әйткәндәй, март айында ғына “Кружева” Ҡаҙағстанда үткән Наурыҙ байрамында Башҡортостан исеменән сығыш яһағайны.
Ҡытайҙы яулай ансамбль
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Кружева” халыҡ бейеүҙәре
ансамбле Ҡытайҙың Тяньзинь ҡалаһына юлланды.
Халыҡ-ара фестивалдә Өфө коллективы күп милләтле программа – башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ һәм ҡытай бейеүҙәрен тәҡдим итә. Тамашасылар башҡорт һылыуҙарын алҡышлап ҡаршылай. “Кружева” сәхнәне Словакия ансамбле менән бүлешә.